«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡағыҙ паспортты яңы электрон документ алыштырасаҡ.



17.07.2019 Ҡағыҙ паспортты яңы электрон документ алыштырасаҡ.

Ҡағыҙ паспорттарҙы биреүҙе 2022 йылға тиклем яйлап кәметеп бөтөрәсәктәр. Уның урынына электрон паспорттар буласаҡ. Уларҙы киләһе йылдың июленән Мәскәүҙә бирә башлаясаҡтар.

Яңы документ ниндәйерәк була, тиһәгеҙ - ул әлеге водителдәр танытмаһы кеүек ябай пластик ҡатырға формаһында буласаҡ. Бөтә шәхси мәғлүмәттәр чипта һаҡланасаҡ. Паспортты юғалтҡан хәлдә, Эске эштәр министрлығына йәки күп функциялы үҙәккә шылтыратып, бер нисә минут эсендә уны ғәмәлдән сығарып була һәм яуыз уйлы әҙәмдәр уның менән файҙалана алмаясаҡ.

Ҡағыҙ паспортын электрон документҡа алыштырырға теләмәүселәр уны артабан да һис бер тотҡарлыҡһыҙ ҡуллана аласаҡ, тип белдерә вице-премьер Максим Акимов.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға