«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Матур ҙа һуң, башҡорт ҡыҙҙары!



17.07.2019 Матур ҙа һуң, башҡорт ҡыҙҙары!

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы үҙ һылыуҡайын билдәләне

Министрлыҡ "Мисс Башҡортостан" моделлыҡ агентлығы менән берлектә 3-сө тапҡыр үҙ һылыуҡайын билдәләйе. Быйыл "Мисс эко Башҡортостан" титулына 18 йәшлек Өфө ҡыҙы Рината Нәҙершина лайыҡ булды. Ейәнсура һылыуы Нәйлә Дәүләтшина "Miss Eco Teen RB" номинацияһында билдәләнде. Ҡыҙҙар быйыл ноябрь һәм 2020 йылдың март айында үтәсәк халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә Башҡортостан республикаһы исеменән сығыш яһаясаҡ.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы конкурста ҡатнашҡан 15 сибәркәйгә лә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға