«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Асҡар Абдразаҡов Салауат Юлаев ордены кавалеры булды



17.07.2019 Асҡар Абдразаҡов Салауат Юлаев ордены кавалеры булды

Башҡортоcтандың халыҡ артисы, Мариин театры солисы, Башҡорт опера һәм балет театрының саҡырылған солисы Асҡар Абдразаҡовҡа республиканың юғары наградаһы - Салауат Юлаев ордены тапшырылды.

Бының туралағы указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Әйткәндәй, артисҡа орден бирелеү тураһында уның алтын юбилейы - 50 йәше тулған көндә билдәле булды.

Асҡар Әмир улын ҡотлайбыҙ!



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға