«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәйгеһен "КамАЗ" кеүек йөк машиналарын алыҫтан урап йөрөгөҙ!



17.07.2019 Йәйгеһен "КамАЗ" кеүек йөк машиналарын алыҫтан урап йөрөгөҙ!

Бындай ауыр йөк машиналарының тәгәрмәстәре ҙур хәүеф менән янай. Йәйге эҫелә улар ҡыҙа, өҫтәүенә ауыр йөк булһа сыҙамай шартлай. Диск менән покрышка тоташҡан урында стопор ҡулсаһы ҡуйыла - шартлау мәлендә ул ситкә оса һәм кеше тәнендә ҡылыс менән сапҡандағы кеүек тәрән яралар яһай. Шуға күрә лә юл буйында ултырған машинаны урап үтегеҙ, янына яҡын бармағыҙ.

Яңыраҡ Өфөлә «КамАЗ» водителе шартлаған шина арҡаһында ауыр йәрәхәтләнгән. Совет районын төҙөкләндереү хеҙмәте учреждениеһының 39 йәшлек водителе ауыр йәрәхәт алған.

20 июндә ир «КамАЗ»да ваҡланған асфальт ташыған. Өс рейс яһағандан һуң дүртенсеһе мәлендә машинаның артҡы тәгәрмәсе тишелгән. Водитель йөктө тәғәйен урынға алып барып бушатҡан һәм предприятиеның гараж боксына юл тотҡан.

Ир шиналар монтажлау оҫтаханаһында тәгәрмәсте һүткән, бортын айырған, камераны алмаштырған һәм компрессор ярҙамында һауа тултырған. Унан һуң ул тәгәрмәсте этеп сығарып һөйәгән һәм баҫымды тикшерергә булған. Шул мәлдә камера шартлаған һәм тәгәрмәс водитель яғына осоп китеп, уның башының уң яғын эләктергән.

Ваҡиға урынында булған хеҙмәткәрҙәр шунда уҡ «ашығыс ярҙам» саҡыртҡан. Ирҙе 22-се дауаханаға алып барып, табиптар унда мейе һелкенгәнен, баш һөйәгенең күп урында һыныуын асыҡлаған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға