«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әбйәлил бейеүселәре Сочиға юллана



17.07.2019 Әбйәлил бейеүселәре Сочиға юллана

Әбйәлилдең талантлы хореографы Ләлә Йәнекәйева ошо аҙнала үҙенең тәрбиәләнеүселәре - төрлө ижади бәйгеләрҙә призлы урындар яулаған йәш бейеүселәре менән Сочиға "Тәүәккәлләгеҙ, һеҙ талантлы!" тип аталған халыҡ-ара конкурсҡа юлланасаҡ.

Ҡара диңгеҙ буйына егерме һигеҙ бала барырға йыйына. "Урал буйында", "Сая тамъяндар", "Ялан егете" кеүек үҙебеҙҙең матур башҡорт бейеүҙәрен алып бара Әбйәлил бейеүселәре конкурсҡа.

Уларға хәйерле юл, уңыштар теләп ҡалабыҙ!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға