«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Изгелектән оло ни бар?



16.07.2019 Изгелектән оло ни бар?

Кескәй генә ҡошсоҡ йомортҡалар ятҡан ояһын ҡотҡарыр өсөн ҡанаттарын йәйеп, һис бер ҡурҡыуһыҙ тракторға ҡаршы ташланған.

Был хәл Ҡытайҙың төньяғында, Уланчаб округында булып, фермер батыр ҡошсоҡто видеоға төшөргән.

Шунан тракторҙы туҡтатып, ҡошсоҡ бер аҙ тынысланғас, ояны уратып үткән. Ир ҡошҡа һыу ҙа ултыртып киткән әле ул.

Бер кемде лә битараф ҡалдырмаған видеоролик бөтөн Ҡытайға таралған.

Барыһы ла тракторсыны мәрхәмәтле йөрәкле кеше тип атап, уға изге теләктәр теләй.

Роликты күргәс, рәхәт булып китте... Изгелектән оло ни бар?





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға