«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көслө ел...



16.07.2019 Көслө ел...

Башҡортостанда көн боҙола, тип хәбәр итә синоптиктар.

16 июлдә республика буйынса урыны менән йәшенле ямғырҙар, елдең көсәйеүе (15-20 м/с тиклем) көтөлә. Төндә республиканың төньяғында көслө ямғырҙар, айырым райондарҙа ҡуйы томан буласаҡ.

Зинһар, дуҫтар, һаҡ булығыҙ! Ябай һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға