«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин ғаилә бизнесын хуплай



16.07.2019 Владимир Путин ғаилә бизнесын хуплай

Рәсәй Президенты Сауҙа-сәнәғәт палатаһы башлығы Сергей Катыринды ҡабул итте. Әңгәмә барышындағы төп тема - бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү.

Палата президенты белдереүенсә, улар бизнесҡа булышлыҡ итеүсе бер нисә программаны ғәмәлгә ашыра. Һуңғы ваҡытта тағы ғаилә эшҡыуарлығына арналған программа булдырылған. Тик законға бәйле проблемалар бар. Йәғни "ғаилә бизнесы" тигән төшөнсәне ҡанунлаштырырға кәрәк. Шунһыҙ ғаиләләргә ярҙам итеп булмаясаҡ. Етмәһә, һанап бөткөһөҙ отчеттар талап ителә.

Сергей Катырин был йәһәттән Владимир Путиндан булышлыҡ итеүҙе һораны.

Ил башлығы ғаилә бизнесына иғтибарҙы, әлбиттә, хуплай:
- Что касается семейного бизнеса, конечно, нужно двигаться в этом направлении. Надо только тщательно описать, что такое семейный бизнес, чтобы это было понятие, которое позволяло бы людям полноценно работать, получать поддержку, чтобы не возникало никаких проблем у государства. Тем более что в мире, исходя из Ваших материалов, активно используется эта форма.

Әйткәндәй, Рәсәй Президенты кабинетында Сауҙа-сәнәғәт палатаһы тарихында мөһим урын биләүсе Евгений Примаковтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы билдәләү хаҡында ла һөйләштеләр. Был юбилейға арнап төрлө сара күҙалланған.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға