«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Европалағы иң ҙур күңел асыу паркы – Мәскәүҙә



15.07.2019 Европалағы иң ҙур күңел асыу паркы – Мәскәүҙә

Быйыл Мәскәүҙә “Хыял утрауы” (“Остров мечты”) тип аталған балалар күңел асыу паркы ишектәрен асасаҡ. Ул 100 гектар ерҙе биләй, 140 футбол яланы ҙурлығына тиң.


Өҫтө ҡаплаулы парк көнөнә 10 мең кешене ҡабул итәсәк. Ул бер-нисә тематик зонаға бүленгән: спорт, балалар, ғаилә, интерактив һәм күңел асыу. Биләмәлә магазиндар, кафелар, ҡунаҡханалар, фонтандар эшләйәсәк.

Ҡырҡ төрлө аттракциондарҙың иң бейеге 24 метрлыҡ буласаҡ. Ҡайһы бер аттракциондарҙың донъяла аналогы юҡ, тип вәғәҙә итә ойоштороусылар. Паркта балалар баштан-аяҡ йәнһүрәттәр донъяһына сумасаҡ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға