«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Журналистың яңы уйҙары



16.07.2019 Журналистың яңы уйҙары

«Башҡортостан энциклопедияһы» нәшриәте һәм «Башакадемкнига» мәғлүмәт-ағартыу үҙәге күренекле журналист, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсүл Сәғитовтың рус телендәге «Такого я мнения» тигән йыйынтығын сығарҙы.

Авторҙың һигеҙенсе китабында үткерлек, аныҡлыҡ, сағыулыҡ, һутлы тел менән айырылып торған үҙен­сәлекле яҙмалары – ижтимағи-сәйәси өлкәләге көнүҙәк мәсьә­ләләр буйынса, шулай уҡ журналистика, телгә ҡағылышлы фекерҙәре, интервьюлары, хикмәтле хикә­йәләре һәм башҡалар урынлаш­тырылған.

Рәсүл Сәғитов башҡорт һәм рус телдәрендә яҙа.





Автор: Т. АМАНОВ.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға