«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бразилия – Америкала беренсе!



14.07.2019 Бразилия – Америкала беренсе!

Бразилия йыйылма командаһы футболсылары Америка кубогының финалында Перу командаһын 3:1 иҫәбенә еңеп, үҙ тарихында туғыҙынсы тапҡыр Кубокты күккә сөйҙө.

Төп бүләкте улар һуңғы тапҡыр 2007 йылда яулағайны. Ә бына Перу уйынсылары өс тапҡыр финалда уйнап, икеһендә алдынғылыҡты бирмәгәйне. Улар 1939 һәм 1975 йылдарҙа чемпион була. Ғөмүмән, Америка кубогы тарихына ҡайтҡанда, унда еңеү буйынса Уругвай футболсыларына етеүсе юҡ. Улар Кубокка 15 тапҡыр эйә була. Ярымфиналда Бразилиянан отолоп ҡалған Аргентина ла был йәһәттән маһая ала. Уның иҫәбендә – 14 еңеү.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға