«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баймаҡта бер ир бүрәнә аҫтында ҡалған



12.07.2019 Баймаҡта бер ир бүрәнә аҫтында ҡалған

Баймаҡ районындағы ауылдарҙың береһендә урындағы пилорама эшсеһе бүрәнә аҫтында ҡалып йән биргән.


Ир арбаға тейәлгән бүрәнәләрҙе нығытмаҡсы булған. Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында бар йөк бисараның өҫтөнә ауған.

Был хәл буйынса тикшереү эштәре бара. Мәрхүмдең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға