«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Улар исем өсөн көрәшкән



14.07.2019 Улар исем өсөн көрәшкән

Бөгөнгө көндә спорт, көс һынашыуҙан тыш, килем сығанағына әйләнде, тиһәк тә хаталанмабыҙ. Хәҙер спортсылар 100-әр миллион долларлыҡ килешеүҙәр төҙөй.

Ә бына СССР заманында спортсылар нисек йәшәгән? Уларҙың, әлбиттә, миллионлыҡ килешеүҙәре булмаған, ә бына халыҡ-ара ярыштарҙа еңгән өсөн әҙме-күпме премия биргәндәр. Әйтәйек, башта Олимпия уйындары чемпиондарына – 1500, икенсе урын алыусыға – 1000 һәм өсөнсөгә 750 һум аҡса түләгәндәр. Һуңғараҡ был сумма ике тапҡырға артҡан. Шулай уҡ донъя һәм Европа беренселеге еңеүселәренә лә 300 – 500 һум аҡса биргәндәр. Бынан тыш, еңеүселәр төрлө ҡиммәтле бүләкле, һирәк-һаяҡ фатирлы ла булған.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға