«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Земский доктор” килешеүен боҙған



11.07.2019 “Земский доктор” килешеүен боҙған

“Земский доктор” программаһы буйынса субсидия алып, контракт шарттарын боҙған табип тураһында был яңылыҡ.


Ул Хәйбулла районының Аҡъяр ауылына эшкә килеп, миллион һум аҡса алған һәм бер аҙҙан эштән киткән. Ошо рәүешле, белгес хөкүмәткә 600 мең һум бурыслы булып ҡалған. Суд приставтары уның эҙенә төшкәс, әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһында бер түгел ике урында эшләп йөрөүе асыҡлана.

Приставтар, законға ярашлы, бурыслының эш биреүсеһенә хеҙмәт хаҡын тотоп алыу тураһында постановление ебәрә һәм сит илгә сығыу хоҡуғынан яҙҙыра. Отпуск мәле башланғанға күрә, был мәсьәлә тиҙ хәл ителә. Сөнки табип ялын Төркиәлә уҙғарырға планлаштырған була. Тиҙ арала талап ителгән сумманы эҙләп таба һәм бурысын ҡайтара.

Бына нисек – сит илдә ял итергә теләһәләр мөғжизәле рәүештә аҡса табып бурысын ҡаплай ҙа ҡуялар!



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға