«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә тарихсы һәм этнолог Риф Яҡупов мәрхүм булған



11.07.2019 Өфөлә тарихсы һәм этнолог Риф Яҡупов мәрхүм булған

Башҡортостандың фән донъяһы ауыр юғалтыу кисерҙе. Бөгөн, 11 июлдә билдәле тарихсы-этнолог, тарих фәндәре докторы, профессор Риф Яҡупов яҡты донъянан киткән.

Риф Исмәғил улы Яҡупов 1959 йылдың 6 авгусында Стәрлетамаҡта тыуған. 1985 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң мәктәптә, юғары уҡыу йортонда эшләгән. Үлеменә тиклем Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында әйҙәүсе фәнни хеҙмәткәр вазифаһын атҡарҙы.

Риф Исмәғил улы Волга-Урал тарих-этнография өлкәһе халыҡтарының этногенезын һәм этник тарихын тикшерҙе. Ул шулай уҡ этнос теорияһы, тарих методологияһы, ислам тикшереү кеүек тармаҡтарҙы ла өйрәнде. 178 фәнни нәшер эше, 11 уҡыу-методик әсбап авторы. Ғалим етәкселегендә һәм ҡатнашлығында күп этнографик экспедициялар уҙғарылған.

Мәрхүмде һуңғы юлға йома көндө, 12 июлдә иртәнге сәғәт 10-да Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университетында (адресы: Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 5-се йорт) оҙатасаҡтар.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға