«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә күптән көтөлгән хирургия корпусына нигеҙ һалынды



11.07.2019 Өфөлә күптән көтөлгән хирургия корпусына нигеҙ һалынды

Өфөлә Республика кардиология үҙәгенең күптән көтөлгән хирургия корпусына нигеҙ һалынды.


Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров буласаҡ бина урынына капсула һалғандан һуң, нигеҙ төҙөү эше башланды.

Бинаны 2020 йылдың аҙағына файҙаланыуға тапшырырға иҫәп тоталар. Бының өсөн 2,62 миллиард һум тотоноласаҡ. Республиканың кардиоярҙам кимәле илдә иң ҡеүәтлеләрҙән һанала. Һуңғы йылдарҙа был төҙөлөш — һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә иң ҙур объекттарҙың береһе.

Заманса комплекста диагностика бүлеге лә буласаҡ. Пациенттар өсөн ике кешелек палаталар ҡаралған. Заманса медицина ҡорамалдары республика һәм күрше төбәктәр халҡына операциялар яһау һанын арттырыу мөмкинлеге бирәсәк. Бында спорт майҙансығы, конференциялар залы, уйын һәм бәләкәй пациенттар өсөн ял зоналары төҙөләсәк.

Хирургия корпусынан һуң, төп бинаның тәүге өс ҡатына реконструкция эштәре башланасаҡ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: www.bashinform.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға