«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кредиторын бита менән үлтергән



11.07.2019 Кредиторын бита менән үлтергән

Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе 36 йәшлек 2017 йылда ир бер таныш эшҡыуарҙан бурысҡа миллион һум аҡса алған. Йәнәһе, үҙенең эшен ойоштороп ебәрергә.


Бер аҙҙан бурысын кире ҡайтармаҫ өсөн, танышын үлтерергә план ҡора. 2018 йылда эшҡыуарҙы ҡуртымға алған бинаға “эшлекле” осрашыуға саҡыра. Уны-быны һиҙмәгән ирҙе бита менән туҡмай, аяҡ ҡулын тимер сым менән урай, башына пакет кейҙерә. Ҡорбаны йән биргәс, уны машинаһына һалып Туймазы районы биләмәһенә алып сыға һәм юл сатына ташлап китә.

Вафат булған ир оҙаҡ ваҡыт хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Тикшереүселәр һәм полицейскийҙар барлыҡ таныштарын тикшереп сыға. Үлтереүсенең ҙур суммала бурысы булғанын асыҡланғас, шик уға төшә. Автомобилдә ҡанлы эҙҙәр һәм бита табылғас табылһа ла, енәйәтсе ғәйебен танырға теләмәй. Уның ул көндә яһаған маршрутын тергеҙеп, тикшереүселәр мәйетте таба.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға