«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аттестатһыҙ ҡайҙа барырға?



11.07.2019 Аттестатһыҙ ҡайҙа барырға?

Балтас районында БДИ һөҙөмтәләрен фальсификациялау менән шөғөлләнгәндәр. Ошо сәбәпле 16 уҡыусы дисквалификацияланған һәм аттестатһыҙ ҡалды.


Радий Хәбиров Балтас районы башлығы Илгиз Субушевҡа хәлдең айышына төшөнөргә, ғәйеплеләрҙе табырға ҡушҡан ине. Райондың мәғариф бүлеге етәксеһе, уның урынбаҫары һәм мәктәп директоры вазифаларынан бушатылды. Баҡһаң, БДИ тапшырғанда уҡыусылар шпаргалка, смартфон һәм башҡа техник саралар менән ҡулланған.

Аттестатһыҙ ҡалған сығарылыш уҡыусылары көҙгөһөн уҡыуын дауам итә ала. Уларҙың вузға инә алмаһа ла, урта һөнәри белем биреү йорттарына инеү мөмкинлеге бар. Был хаҡта БР Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға