«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Р-240 трассаһы 2021 йылда Стәрлетамаҡҡа тиклем яҡтыртылып бөтәсәк



11.07.2019 Р-240 трассаһы 2021 йылда Стәрлетамаҡҡа тиклем яҡтыртылып бөтәсәк

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә ойошторолған юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара кәңәшмәһендә «Урал буйы» федераль автомобиль юлдары идаралығы етәксеһе Азамат Илембәтов Р-240 трассаһы 2021 йылда Стәрлетамаҡҡа тиклем яҡтыртылып бөтәсәк тип белдерҙе. Әле Ырымбур юлын яҡтыртыу Өфөнән 31 километрға, Булгаков ҡасабаһына тиклем еткерелгән.

Азамат Илембәтов әйтеүенсә, ремонт һәм тергеҙеү программаһына ярашлы, федераль трассалар буйында урынлашҡан барлыҡ кеше йәшәгән пункттар янын яҡтыртыу планлаштырылған.

Әлеге ваҡытта федераль юлсылар М5 “Урал” трассаһының Октябрьский ҡалаһы, Туймазы һәм Өфө райондарынан үткән 54 километрлыҡ дүрт биләмәлә эшләй. М7 “Волга” трассаһында Дүртөйлө һәм Кушнарен райондарында 20 км юлға реконструкция үткәрелә. Р-240 трассаһында иһә 59 километр юл ремонтланасаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға