«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров: Башҡортостан Халыҡ-ара балалар уйындарын асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды



11.07.2019 Радий Хәбиров: Башҡортостан Халыҡ-ара балалар уйындарын асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды

Башҡортостан 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарын киң күңел, асыҡ йөҙ һәм традицион башҡорт ҡунаҡсыллығы менән ҡаршыланы. Бының турала республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров спорт ярыштарын тантаналы асыу мәлендә белдерҙе.

Төбәк етәксеһе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау һүҙен уҡып ишеттерҙе. Унда Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларға, ойоштороусыларға һәм ҡунаҡтарға ил башлығы түбәндәгеләрҙе әйткән:
“Олимпизм идеалдарын нығытыуға, сәләмәт йәшәү ҡиммәттәрен үҫтереүгә, төрлө илдәрҙең йәш быуын вәкилдәре араһында дуҫлыҡ һәм бер-береңде аңлауҙы булдырырға ҡоролған был иҫ киткес уйындарҙың Рәсәй һәм Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө ҡабул итеүе үҙе бер ҡыуаныс булып тора. Республикала бының кеүек күләмле һәм мәртәбәле ярыштарҙы үткәреүгә етерлек кимәлдә тәжрибә тупланған”.

Радий Хәбиров йәш спортсыларға сағыу еңеүҙәр һәм ярыштарҙа уңыштар, көйәрмәндәргә - онотолмаҫлыҡ күңел кисерештәре һәм яҡшы кәйеф алырға теләне.

53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары мәлендә туғыҙ Олимпия спортында: еңел атлетика, йөҙөү, фехтование, грек-рим көрәше, дзюдо, мини-футбол, 3х3 баскетболы, пляж волейболы һәм ҡаяға үрмәләүҙә ярыштар үтәсәк. Уйындарҙа донъяның 29 иленән һәм 84 ҡалаһынан 1192 спортсы ҡатнашасаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға