«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәштәрҙе наркотиктарға тикшерә башлаясаҡтар?



10.07.2019 Йәштәрҙе наркотиктарға тикшерә башлаясаҡтар?

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уҡыусылар һәм студенттарҙың профилактик медицина тикшереүе тәртибен үҙгәртәсәк. Әлегә был документтың проекты ведомствоның сайтында, уның хаҡта һәр кем үҙ фекерен еткерә ала.


Үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең сәләмәтлеген тикшереү менән бер рәттән, уларҙың наркотик ҡулланыу – ҡулланмауын да анализ аша асыҡларға кәрәк, тип иҫәпләй аҡ халатлылар. Белгестәр фекеренсә, наркотик ҡулланыуҙы иртәрәк асыҡлағанда, йәш кешегә ярҙам итергә мөмкин. Организмда булған опиат, каннабиодид, амфетамин кеүек наркотикты анализ ярҙамында белеп була.

Был медицина тикшереүе мәжбүри булмаясаҡ. Ә инде 15 йәше тулмағандарға ата-әсә рөхсәте талап ителә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға