«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хыялы 95 йәшендә тормошҡа аша



09.07.2019 Хыялы 95 йәшендә тормошҡа аша

Англияның 95 йәшлек әбейе үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр самолетта осоп, үҙенең онотолмаҫлыҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Ул элек-электән һауа транспортында осорға хыяллана әммә һәр ваҡыт берәй ергә барырға тура килһә, йә поезд, йә автомобиль менән йөрөй. Олоғайғас, уның хыялын ҡарттар йортонда белеп ҡалалар һәм хыялын тормошҡа ашыралар. Әбейебеҙҙең шатлығы йөрәгенә һыймай. Ул күҙ йәшен йәшермәй: «Шампан шарабын эсеп, аҫтағы донъяны күҙәтеү – әйтеп бөткөһөҙ шатлыҡ», тип барыһына ла рәхмәт уҡыған.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға