«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Евразия форумында башҡорт шағирәһе ҡатнашты



09.07.2019 Евразия форумында башҡорт шағирәһе ҡатнашты

Шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Тамара Искәндәриә Нур-Солтан ҡалаһында үткән "Евразия баш ҡалалары яҙыусылары" халыҡ-ара форумында ҡатнашты.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Ҡырғыҙстан, Мысыр, Иран, Израиль, Әрмәнстан, Һиндостандан, Монголия, Испания, Франция кеүек төрлө илдәрҙән килгән ҡырҡтан ашыу шағирҙар, ғалимдар араһынан өс кешегә генә Лев Гумилев исемендәге “Күлтәгин” миҙалы тапшырылған. Улар иҫәбендә Башҡортостандан Тамара Искәндәриәнең дә булыуы беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ. Яҡташыбыҙ форумда "Башҡорт шиғриәтендә яугир-шағир рухы: Урал батыр, Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим" тигән тема буйынса сығыш яһаны.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға