«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бүләктең мәнфәғәтен күрергә яҙһын!



09.07.2019 Бүләктең мәнфәғәтен күрергә яҙһын!


« Йәшлек» гәзитендә « Аҙна һайын - бүләк» уйынында бүләк отоуҙарын улар « Сәләм» тапшырыуында ишетә. Ябай бүләк тә түгел бит әле - электр сепараты! Һуңынан был тапшырыуҙы ҡараған таныштары, туғандары уларҙы телефон аша ҡотлай башлай.
«Ауылда йәшәп, мал тотҡас, сепаратыбыҙ бар. Әммә яңыһы бер ҙә ҡамасауламаҫ», -тине бүләкте ҡабул итеп алғас, Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылынан Әхтәм Әбйәлилов.
Квитанцияларын йыш ҡына ебәреп торһалар ҙә, бер ҙә бүләк ота алмағандар. Әммә был юлы уларға бәхет йылмайған. Йыл һайын район гәзите «Мораҙым»ға, « Йәшлек» кә, « Башҡортостан ҡыҙы» , «Шоңҡар» журналдарына яҙылалар икән. Әхтәм Хәйбулла улы хаҡлы ялда, ғүмер буйына «Октябрьский» совхозында комбайнсы, тракторсы- механизатор булып эшләгән. Үҙҙәренең күркәм ғаиләһендә ҡатыны менән бер ҡыҙ, ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
« Мал , ҡош - ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, балаларыбыҙға ярҙам итеп, үҙ яйыбыҙға ғына донъя көтөп ятҡан көнөбөҙ. Йәй еткәс, беҙгә ейән - ейәнсәрҙәр ҡунаҡҡа ҡайта. Шулар менән мәж киләбеҙ», - ти ул, көнитмештәрен бәйән итеп.
Бүләктәребеҙҙең гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтарына, ауылдың рухлы, үрнәк ғаиләләренә эләгеүенә беҙ ҙә бик шат.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Фото: Юлай Кәримов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға