«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һигеҙ мөмкинлектең дүртәүһендә чемпион...



08.07.2019 Һигеҙ мөмкинлектең дүртәүһендә чемпион...

Францияла ҡатын-ҡыҙҙар араһында уҙған футбол буйынса донъя чемпионатында Америка уйынсылары финалда Нидерланд футболсыларын 2:0 иҫәбенә алдырып, икенсе беренселек рәттән чемпион булды.
1991 йылдан дүрт йылға бер тапҡыр уҙған бәйгелә АҠШ командаһы инде дүртенсегә алдынғылыҡты бирмәй. Улар 1991, 1999, 2015 һәм бына хәҙер донъяла беренсе булды. Тағы килеп улар бер чемпионатта 26 гол индереп тә рекорд ҡуйҙылар.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға