«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Затонда ҙур спорт үҙәге буласаҡ



08.07.2019 Затонда ҙур спорт үҙәге буласаҡ

Өфөнөң Затон биҫтәһендә 53 - сө Халыҡ-ара балалар уйындарына ҡарата ҙур спорт залдарынан, йөҙөү бассейнынан ( 50, 25, 12 метр оҙонлоғонда)торған Спорт әҙерлеге үҙәге асылды. Яңы объект « Ағиҙел» тип аталасаҡ. Мәртәбәле уйындарҙа бөтә илдән йыйылған балалар грек- рим көрәше, йөҙөү, фехтование, еңел атлетика буйынса үҙҙәренең көстәрен һәм таһыллыҡтарын һынаясаҡ.
Киләсәктә был спорт комплексында баш ҡаланың спорт мәктәптәре, « Урал» волейбол клубы шөғөлләнәсәк. Затон биҫтәһендә йәшәүселәр ҙә ҙур бассейнға йөрөй ала.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға