«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй пляжсылары донъя чемпионы булды



08.07.2019 Рәсәй пляжсылары донъя чемпионы булды

Яңыраҡ пляж волейболы буйынса донъя чемпионаты тамамланды.
Рәсәйҙән Олег Стояновский менән Вячеслав Красильников финалда Германия спортсыларын 2:1 (19:21, 21:17, 15:11) иҫәбенә отоп, Рәсәй тарихында тәүгә ҙур уңышҡа өлгәште. Быға тиклем 2007 йылда Рәсәй дуэты – Дмитрий Барсука менән Игорь Колодинский донъя чемпионатында икенсе булғайны.
Еңеүселәр 60 мең долларға байып ҡайттылар. Шулай уҡ улар киләһе йыл Токиола буласаҡ Олимпия уйындарына тура путевка ла яуланы.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға