«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Өфө» командаһы Австрия клубын 9:1 иҫәбенә ҡыйратты



08.07.2019 «Өфө» командаһы Австрия клубын 9:1 иҫәбенә ҡыйратты

«Өфө» футбол командаһы Австрияла әҙерлек күнекмәләрен дауам итеп, урындағы клубҡа ҡаршы дуҫтарса осрашыу менән тамамланы.
Улар Австирия беренселегенең икенсе бундеслигала уйнаған «Ваккера» уйынсылары менән осрашты. Осрашыу тулыһынса беҙҙең футболсылар өҫтөнлөгө менән барҙы һәм улар хужаларҙы 9:1 иҫәбенә ҡыйратты. Голдарҙы өфөләрҙән Бизяк – 3, Кротов, Емельянов, Неделчару, Карп, Гиоргобиани һәм Козов берәр тапҡыр уңышҡа өлгәште.
Хәҙер улар күнекмәләрен Өфөлә дауам итәсәк. Сөнки оҙаҡламай 13 июль башланасаҡ Рәсәй Премьер-лигаһының беренсе осрашыуында Екатеринбургта урындағы «Урал» клубы менән осрашасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға