«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Циклон китергә йыйынмай...



08.07.2019 Циклон китергә йыйынмай...

Эх, был аҙнала ла көндәр әллә ни йылытмай, дуҫтар. Үткән аҙналағы кеүек көн торошо көтөлә.

Температура норманан 3−4 градусҡа ҡалышасаҡ. Атлантиканан килеп, Рәсәйҙе тотошлай тиерлек ҡаплаған һалҡын һауа бер ҙә урынынан ҡуҙғалырға ашыҡмай.

Синоптиктарҙың әйтеүенсә, Атлантикала һаманғаса һыуҙың өҫтө йылынмағас, циклонда һауа һалҡын һәм еүеш икән. Шуға ла беҙҙә июль май айына оҡшаш. Тағы ла берәй аҙна түҙһәк, йәғни июлдең икенсе яртыһында, көн йылынасаҡ, тип вәғәҙә итә белгестәр.

Әлегә көн дә тиерлек ҡыҫҡа ямғырҙар көтөлә, төндә 9−14 градус булһа, көндөҙ - 19−24 градус йылылыҡ. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан иҫкәс, уның һыуыҡ икәнен әйтмәһәк тә аңлап тораһығыҙҙыр...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға