«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Чехтар башҡорт яугирҙарына һоҡлана



05.07.2019 Чехтар башҡорт яугирҙарына һоҡлана

Башҡортостанда этник туризм үҫешә ала. Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына килгән яҡташыбыҙ, Салауат ҡалаһы ҡыҙы, әлеге ваҡытта Чехияла йәшәүсе Регина Чупера әйтеүенсә, бөгөн туризм менән бергә урындағы инфраструктура ла, бизнес та үҫешер, уңайлыҡтар, юлдар барлыҡҡа килер ине.

Республикала этник йүнәлештә эшләү өсөн бөтә шарттар бар, ти Регина Солтан ҡыҙы. Чехияла туризмдың был төрө бик популяр.

Ул Өфөлә БДУ, БДАУ, ӨДНТУ тамамлаған. Тарихсы ҡыҙ әле диссертация яҙа. Темаһы - Рәсәйҙә чех легионы һәм уның башҡорт милли хәрәкәте менән үҙ-ара бәйләнеше хаҡында.
"Минең үҙемә фольклор бик оҡшай", - ти яҡташыбыҙ. Регина тарихи реконструкцияларҙа ҡатнаша. Чехтар башҡорт яугирҙарын белә һәм һоҡлана. Яҡташыбыҙ, үҙе, баҡһаң, "Төньяҡ амурҙары" сафында икән. Афарин! Сит илдә башҡортлоғоңдо онотмай, киреһенсә, танытып йәшәү ҡыйыулыҡ һәм халҡыңды яратыу өлгөһө инде ул.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға