«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Луизаның ҡыҙҙары - олатай ҡарамағында



05.07.2019 Луизаның ҡыҙҙары - олатай ҡарамағында

Татарстандың баш ҡалаһында ҡулға алынған Луиза Хәйруллинаның балалары олатайҙары Рәмил Мулахмәтов ҡарамағында буласаҡ.

Олатай кеше ваҡытлыса опека юллаған да инде. Салауат ҡалаһында ҡыҙҙарҙы йәйге лагерға ял итергә ебәрергә әҙерҙәр, кәрәк тип табылһа, уларға психологтар ярҙамы ла күрһәтеләсәк.

Луиза Хәйруллина Өфө йәмәғәтселеге яллаған адвокатҡа ризалашҡан. Тик ул адвокаттан журналистар менән аралашмауын, тикшереү барышын фашламауын һораған.

Әйткәндәй, тәүҙә Луизаның ҡайҙалығын олатаһына шылтыратҡан ҡыҙы арҡылы белгәндәр, тигән хәбәр таралғайны. Был дөрөҫлөккә тап килмәй. Рәмил Мулахмәтов, миңә ейәнсәрем шылтыратманы, был буш хәбәр, тип белдерҙе.

Эске эштәр министрлығы сайтынан Луиза Хәйруллинаның ҡыҙҙарының фотолары алып ташланды.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға