«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ялған аҡса менән булышмағыҙ!



05.07.2019 Ялған аҡса менән булышмағыҙ!

Ялғандың аяғы ҡыҫҡа. Полиция хеҙмәткәрҙәре ялған аҡса эшләүселәрҙе тотҡан.
Тир түкмәй генә аҡса эшләргә теләүселәрҙе хәҙер хөкөм язаһы көтә.
Ике ир 2 меңлек купюра менән киосктан тәмәке һатып ала. Һатыусы һуңынан ғына уларҙың мутлашыуҙарын белеп ҡалып, полицияға хәбәр итә. Тәртип һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың асыҡлауҙарынса, ябай ҡағыҙ аҡса менән иҫәпләшеп йөрөүселәр 32 һәм 28 йәшлек ирҙәр булып сыға. 32 йәшлек ғәйепләнеүсенең өйөнән 2 мең һумлыҡ 22 ялған аҡса табылған. Ул үҙ ғәйебен таныған.
Мутлашыусыларға РФ Енәйәт кодексының 186-сы статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.



Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға