«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Замандаш-2019" экспедицияһы эшен дауам итә!



04.07.2019 "Замандаш-2019" экспедицияһы эшен дауам итә!

"Замандаш-2019" театраль-фольклор экспедиция Балаҡатай районының Билән ауылында!

"Замандаш-2016" экспедицияһында ҡатнашыусылар 3 райондың 11 ауылында булып, һуңынан ике спектакль сығарһа, быйыл ойоштороусылар бер генә ауыл менән сикләнде. Һәм яңылышманы: Билән ауылында һәр кем - шәхес, һәр береһендә иҫтәлектәр - донъя!

Республикабыҙҙың ҡырыйында урынлашҡан Билән халҡы үҙҙәренең ауылын Урал үҙәге, тип атай, милли үҙенсәлекте, телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡларға тырыша, һәм ошо йәһәттән, әлбиттә, тарихсыларҙың, фольклорсыларҙың иғтибары үҙәгендә ҡала бирә. Экспедицияла ҡатнашыусы йәш һәм тәжрибәле драматургтар, артистар бер аҙна дауамында иртәнән кискәсә халыҡ менән аралаша, кистәрен күргән-ишеткәндәре тураһында фекер алыша. Шуның араһында драматургтар кескәй текстар яҙа, артистар монологтарҙы сәхнәләштерә. Эш бик ҡыҙыу, әүҙем бара. Эшлекле ҡунаҡтарҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алған, һәр яҡлап яҡты йөҙ күрһәткән ауыл халҡына ҙур рәхмәт!

Белешмә өсөн: "Замандаш" театраль-фольклор экспедицияһын БР Драматургия һәм режиссура үҙәге - директоры Әлиә Яхина, художество етәксеһе Зиннур Сөләймәнов - ойоштора. Быйылғы экспедицияла йәш драматургтарҙы журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург Сәрүәр Сурина етәкләһә, артистар менән Өфө сәнғәт академияһы уҡытыусыһы Рима Харисова эшләй. Экспедиция эшендә танылған драматург Әминә Яхина ла ҡатнаша.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға