«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ырыу-затты барлап меңлеләр ҡор йыя.



04.07.2019 Ырыу-затты барлап меңлеләр ҡор йыя.

Мең башҡорттары йыйын йыя.


Ун районды берләштерәсәк "Меңле ырыуҙары йыйыны" төбәк байрамы 6 июлдә Дәүләкән районында үтә. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡатнашлығында Меңле ырыуы төбәк-ара йәмәғәт берләшмәһе һәм Дәүләкән районы хакимиәте үткәрә. Байрам программаһында тирмәләр һәм "Мең ырыуы һылыуы" конкурсы, милли көрәш, ат сабышы, спорт ярыштары, бай йөкмәткеле концерт ҡаралған.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға