«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фотоконкурста ҡатнашығыҙ!



04.07.2019 Фотоконкурста ҡатнашығыҙ!


Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы республиканың 100 йыллығына фотоконкурс ойоштора.. Унда һәр кем ҡатнаша ала. «Тарихи мираҫ», «Йәшел башҡортостан» , « Халыҡ йөрәге» , «Тормош энергияһы» номинацияларына 1-әр 4 фото ебәрергә мөмкин.Фотолар цифрлы форматта ҡабул ителә. Эштәрҙе һәм ҡатнашыусының анкетаһын оргb2011@mail.ru электрон почтаһына «Фотоконкурсҡа» тип яҙып ебәрегеҙ. Фотолар 1 июлдән 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр биреләсәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға