«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Никита Гусев баһаһын белә



04.07.2019 Никита Гусев баһаһын белә

Рәсәй йыйылма командаһы хоккейсыһы Никита Гусев миҙгел аҙағында НХЛ-дың «Вегас» клубына китеп, һаман улар менән килешә алмай йонсой.
Уға тиклем СКА командаһында уңышлы уйнаған һөжүмсене, миҙгел тамамланыу менән «Вегас» етәкселеге йәхәтләп үҙенә саҡырып ала. Ул ваҡытта Стэнли кубогының плей-оффында сығыш яһаған клуб, нишләптер Никитаны уйнарға сығармай. Уныһы иҫәпкә бар һанға юҡ, тигәндәй йөрөп, команда өсөн бер уйында ла ҡатнашмай, хәҙер «Вегас»тан күпкә күберәк килем һорай. Дөрөҫөрәге, тәҡдим иткәндәренән дүрт миллион долларға күберәк аҡсаға өмөт итә. Тик команда етәкселеге уға риза булмай уны икенсе клубҡа оҙатмаҡсы.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға