«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Был юлы 15 йәшлектән Магдалена Рыбарикова отолдо



04.07.2019 Был юлы 15 йәшлектән Магдалена Рыбарикова отолдо

Американың 15 йәшлек тенниссыһы Уимблдон турнирында һайран итеүен дауам итә.
Кори Гауфф был юлы турнирҙың икенсе әйләнешендә Словакия спортсыһы Магдалена Рыбарикованы ике сетта отто. Беренсе әйләнештә ул данлыҡлы яҡташы Винус Уильямсты еңеп, сенсация яһағайны. Был инде уның әлеге бәйгелә бишенсе еңеүе, сөнки Кори төп турнирға квалификация аша өс дәғүәсеһен отоп сыҡҡайны.
Уимблдон турниры 14 июлгә тиклем дауам итәсәк. Призовой фонды – 38 миллион фунт стерлинг.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға