«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Перу футболсылары өсөнсөгә байрам итмәксе



04.07.2019 Перу футболсылары өсөнсөгә байрам итмәксе

Футбол буйынса Америка кубогының икенсе ярымфиналында Перу йыйылма командаһы уҙған беренселек еңеүсеһе Чили уйынсыларын 3:0 иҫәбенә еңеп, финалда Бразилия футболсылары менән уйнаясаҡ.
Бразилия иһә Аргентина командаһын алдырып, юғарылағы уңышҡа өлгәшкәйне. Перу уйынсылары һуңғы тапҡыр кубокты уҙған быуаттың 1975 йылда яулағайны. Унан тыш 1939 йылда ла еңеүсе була. Ә инде быныһы өсөнсө финал буласаҡ. Бразилияның иҫәбендә һигеҙ еңеү.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға