«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Путиндың көрөшкәһен һатып алырға теләгең булһа... ал



03.07.2019 Путиндың көрөшкәһен һатып алырға теләгең булһа... ал

Рәсәй Президентының сәй эсә торған яратҡан һауыты бар. Ҡарар күҙгә ябай ғына инде.
Аҡ төҫтә, Рәсәй гербы төшөрөлгән, тотоуға бигүк уңайлы ла булмаған һымаҡ термокөрөшкә. Владимир Путин уны төрлө сарала үҙе менән йөрөтә (йәғни йөрөтәләр) һәм йәшел сәй һалып эсә.

Ҡытайҙар беҙҙең ил етәксеһенең Япониялағы “Ҙур егерме” (G20) саммитында шул стакан һынлы көрөшкәнән эсеп ултырғанын күргән дә, бик оҡшатҡандар һәм тиҙ генә “игеҙәген” эшләгәндәр.

Артабан ни, Ҡытайҙың интернет-магазинында һатыуға сығарылған да, ныҡ таралған да киткән. Көрөшкәне хатта 200 юань, сама менән 1800 һум, торһа ла, алырға ризалар икән. Иң арзаны - 400 һум. Бына бит, ә! Хәҙер, Президенттың көрөшкәһе һәр кемдең ҡулында буласаҡмы икән?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға