«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шараповаға ла ваҡыт етеп килә буғай…



03.07.2019 Шараповаға ла ваҡыт етеп килә буғай…

Рәсәйҙең билдәле тенниссыһы Мария Шарапова допинг менән булған ғауғанан һуң, бер нисек тә үҙ уйынын таба алмай ыҙалана.
Был юлы ул билдәле Уимблдон турнирының беренсе әйләнешендә үк, еңеп килгән еренән дәғүәсеһенә бирелергә мәжбүр булды. Беренсе сетта Франция спортсыһы Полин Пармантьены 6:4 иҫәбенә алдырғас, икенсеһендә лә осрашыу барышында 5:2 иҫәбенә еңеп килә, тик нишләптер дүрт геймды уға биреп, иҫәпте тигеҙләтә. Өсөнсөһөндә иһә бөтөнләй бирелеп, иҫәп – 0:5, Полин файҙаһына булғанда, осрашыуҙы тамамлап еткермәй, еңелеүен иҫбатлай.
Шулай итеп 32 йәшлек тенниссыбыҙ шуға ҡарамаҫтан, киләсәктә яҡын арала яратҡан шөғөлөнән китмәйәсәген белдерҙе. Ә бит ошо Уимблдон бәйгеһе Мария өсөн иң уңышлыһы була торғайны. Ул 17 йәшендә генә финалда данлыҡлы Серена Уильямсты алдырып, тәүге тапҡыр Уимблдон тәрилкәһен баш осонда күтәрҙе. Ул ваҡыттағы дәғүәселәре күптән инде теннистан киткән. Тик беҙҙең Мариябыҙ ғына юлында осраған теләһә ниндәй ҡытыршылыҡтарға ҡарамай, һаман да алға барыуын белә. Тәжрибә – тәжрибә менән, әммә ғүмер барыбер үҙенекен итә… Уға ла ваҡыт етеп килә буғай.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға