«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин: Был армия һәм флот өсөн ҙур юғалтыу



03.07.2019 Владимир Путин: Был армия һәм флот өсөн ҙур юғалтыу

Рәсәй Президенты Владимир Путин 14 моряктың янғында һәләк булыуы сәбәпле, ҡайғы уртаҡлашты.

"Оборона министрлығының тәрән һыу аҫты аппаратында сыҡҡан янғын ҡорбандары араһында ете беренсе ранг капитаны, ике Рәсәй геройы бар. Был армия һәм флот өсөн ҙур юғалтыу. Мин һәләк булыусыларҙың ғаиләләренең ҡайғыһын ихлас күңелдән уртаҡлашам. Уларға ярҙам күрһәтерүҙәрен һорайым", - тине ил башлығы.

Владимир Путин кисә Тверь ҡалаһында үтәсәк "Рәсәй йылғалары" форумында ҡатнашырға тейеш ине. Ул был сараға барыуҙан баш тартты һәм оборона министры Сергей Шойгу менән осрашып, фажиғә тураһында ентекле һорашты.

Министр белдереүенсә, аппаратта янғын һүндерелгән, уны базаға килтергәндәр. Путин Шойгуға Североморскка барып, тикшереү барышын шәхсән контролдә тоторға, фажиғә сәбәптәрен асыҡларға ҡушты.

Хәбәр итеүебеҙсә, һыу аҫты кәмәһендә янғын 1 июлдә сыҡҡан.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға