«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төркиәгә ялға барырға теләүселәргә путевка хаҡтары күтәреләсәк



02.07.2019 Төркиәгә ялға барырға теләүселәргә путевка хаҡтары күтәреләсәк

3 июлдән, яғыулыҡҡа хаҡтар күтәрелеү сәбәпле, чартер рейс менән осҡан самолеттарға билет хаҡтары арта. Бер кешенән яғыулыҡҡа хаҡ өсөн ( топливный сбор)40 евро түләтәсәктәр. Ошоға бәйле Төркиәгә ял итергә теләүселәргә путевка хаҡтары ла бер аҙ ҡиммәтләнәсәк. Бер нисә эре туроператор хаҡтарҙы күтәрәсәк. «Turkish Airlines» авиакомпанияһы самолеттарындағы билет хаҡы ғына үҙгәрешһеҙ ҡала.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға