«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күп йыллыҡтарҙың яртыһы сабылған



02.07.2019 Күп йыллыҡтарҙың яртыһы сабылған

1 июлгә ҡарата Башҡортостанда 216 мең гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр сабылған. Был сабынлыҡтарҙың яртыһы тигән һүҙ.

Федоровка районы беренсе сабыуҙы тамамлаған. Мәләүез менән борайҙарға күп йыллыҡтар сәселгән майҙандарҙың 10 процентында ғына эш ҡалған.

Бөгөнгә төбәктә 148 мең тонна бесән әҙерләнгән, 388 мең тонна сенаж һалынған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Сайт Минсельхоза РБ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға