«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары балл йыйғандар юғары стипендия аласаҡ



02.07.2019 Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары балл йыйғандар юғары стипендия аласаҡ

Республикала юғары уҡыу йорттарына инергә 14 мең 500 кеше ғариза тапшырған. Документтар 26 июлгә тиклем ҡабул ителә. Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары балл йыйғандар, олимпиада еңеүселәре вузда ярты йыл буйына юғары стипендия аласаҡ. Өфө дәүләт нефть- техник университеты үҙҙәренә уҡырға ингән олимпиада еңеүселәренә 30 мең стипендия түләйәсәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға