«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 17 йыл да үтеп киткән...



02.07.2019 17 йыл да үтеп киткән...

Был көн - 2002 йылдың июль айы башы хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған. Йәйҙең йәмле мәле, картуф утап күмәбеҙ, еләк бешкән. Социаль селтәрҙәр юҡ, "Юлдаш" радиоһы эфирында 5-6 июлдә Әбйәлилдә үтәсәк оло сара - Башҡорт йәштәре көндәренә әҙерлек тураһында көнө-төнө һөйләйҙәр.

1 июль иртәһе. Атайым айырыуса диҡҡәт менән телевизор ҡарап ултыра. "Нимә булған?" тигән һорауға "Мишәйт итмә әле!" тип асыулы тауыш менән яуап ҡайтарҙы. Ә экранда - емереклектәр, төтөн, дикторҙың "БАЛ", "Башкирские авиалинии", "список детей уточняем" "ДиЭйчЭл", "Боденское озеро Германии" тигәне ишетелә. Фажиғә! Республикабыҙға, илебеҙгә оло фажиғә килгән!
Башҡортостанда матәм иғлан ителде, күңел асыу саралары, шул иҫәптән "Башҡорт йәштәре көндәре"н үткәреү тыйылды. Германия күгендәге фажиғә тиҫтәләгән ғаиләгә ҡара ҡайғы килтерҙе...

2002 йылдың 1 июль кисендә Мәскәүҙең Домодедово аэропортынан "Башкирские авиалинии" авиакомпанияһының Ту-154М лайнеры күккә күтәрелгән. Испанияның Барселона ҡалаһына Өфөнән биш өлкән кеше оҙатыуында 52 мәктәп уҡыусыһы ултырған, бынан тыш бортҡа һигеҙ пассажир күтәрелгән.

Бер үк мәлдә Италияның Бергамо аэропортынан DHL уомпанияһының Боинг-757 йөк самолеты осоп сыҡҡан.
Ике лайнерҙың юлдары 12 мең метр бейеклектә Германияның Боден күле өҫтөндә киҫешкән...



71 кеше һәләк булған. Ярай ерҙә бер кем дә зыян күрмәгән - самолеттарҙың ҡалдыҡтары 30 саҡрым араға һибелеп төшкән.

Фажиғәгә ерҙәге диспетчер, самолеттарҙағы техника сәбәпсе. Диспетчер самолеттарҙың бер-береһенә үтә яҡынайыуын һуңлап күргән. Ул "Ту" лайнерына түбәнәйергә ҡушҡан. Тик беҙҙең самолеттағы TCAS системаһы киреһенсә бейеклекте арттырырға ҡушҡан. "Боинг" түбәнәйергә тейеш булған. Һөҙөмтәлә сит илдекеләр TCAS әмеренә түбәнгә киткән, "Ту-154" пилоттары ла диспетчерҙы тыңлап, эшелондан түбәнгә киткән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға