«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Суарес менән Уругвай кубокһыҙ ҡалды



01.07.2019 Суарес менән Уругвай кубокһыҙ ҡалды

Футбол буйынса Америка кубогының ярымфиналсылары билдәле булды.
Перу футболсылары Уругвай командаһын пенальти серияһында отоп, ярымфиналда Чили уйынсылары менән уйнаясаҡ. Билдәле Луис Суарес һәм уның командаһы осрашыу барышында өс тапҡыр уңышҡа өлгәшә әммә голдары дөрөҫ инмәү сәбәпле иҫәпләнмәй. Һәм пенальтиҙа Суарестың хатаһы, Перуны уңышҡа килтерә.
Икенсе ярымфиналда Аргентина менән Бразилия йыйылма командалары осрашасаҡ. Билдәле Месси өсөн был уйын хәл иткес булмаҡсы. Сөнки һаман да ул йәш булып ҡалмаясаҡ…





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға