«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы көндәлегенән: Өфөнөң Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыласаҡ



28.06.2019 V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы көндәлегенән: Өфөнөң Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыласаҡ

Бының турала бөгөн Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе.

- Беҙ 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы лайыҡлы ҡаршы алырға тейешбеҙ. Тап ошо Совет майҙанынан 1942 йылдың 25 мартында кавдивизия фронтҡа тантаналы оҙатылған. Комдив М. Шайморатов республика етәкселегенә һалдаттарҙың яуға әҙер булыуын белдергән, - тине Радий Фәрит улы.

Майҙанда парк эшәнәсәк, машиналар туҡталҡаһы иһә ер аҫтында ҡороласаҡ. "Был урынғә бар халыҡ килә алырға тейеш", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына һәйкәл ҡороуға аҡса йыйыуҙы ойошторорға тәҡдим итте.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға