«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Өфөнөң ҡайнар сығанаҡтары» төҙөләсәк



28.06.2019 «Өфөнөң ҡайнар сығанаҡтары» төҙөләсәк


Өфөлә асыҡ бассейн төҙөләсәк. Уның ябыҡ өлөшөндә рус һәм фин мунсаһы, Гималай саунаһы, төрөк хамамы, шулай уҡ аквапарк эшләү күҙалллана.
Инвестор - «Ижевскиҙың ҡайнар сығанаҡтары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәүлек әйләнәһенә термаль һырғалаҡ булдырырға ла ниәтләнә.
«Өфөнөң ҡайнар сығанаҡтары» тип аталасаҡ спорт һәм ял үҙәгенең хаҡы 500 миллион һум тора һәм 340 самаһы яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Спорт яратҡан баш ҡала халҡы өсөн был бик популяр урын булыр , моғайын. Тик хаҡтары ғына тешләшмәһен…





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға