«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Июль айына һынамыштар



01.07.2019 Июль айына һынамыштар

- Июлдең өсөндә төшкөлөктән ел иҫһә – һабан ашлығы уңа.
- Иртә таңда ысыҡ мул төшһә – көн эҫе булыр.
- Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға.
- Сәскәләр хуш еҫ бөркһә, эҫе булыр.
- Ямғыр яуырға булһа, томан күтәрелер.
- Ҡояш батҡанда болоттар уның артынан эйәреп барһа, ҡеүәтле ел булыр.
- Әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа – ямғыр көт.
- Иртән үлән ҡоро булһа – төндә ямғыр яуыр.
- Үрмәксе ау үрергә тотонһа, көндәр аяҙға булыр.
- Июль айында яңы ай салҡан тыуһа, йыл болотло булыр, ямғыр мул булыр.
- Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була.
- Йәй елле килһә, тары уңыр, томанлы булһа, һоло уңыр.
- Йәй томанлы булһа, емеш уңыр.
- Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе ҡыш йылы була.
- Июль айында ай тотолһа, ашлыҡ шәп уңыр. Көн эҫе торор.
- Себен-серәкәйҙәр өймәк-өймәк осһа, көн аяҙ, ә бит-ҡулға ҡағылып осһа, ямғырлы булыр.





Автор: Т. Аманов
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға