«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәй миҙгеле ял түгел... Һәр хәлдә театрҙар өсөн



27.06.2019 Йәй миҙгеле ял түгел... Һәр хәлдә театрҙар өсөн

Ижад миҙгеле ябылыуға ҡарамаҫтан, "Нур" татар дәүләт театрында эш ҡайнай.

Артистар яңы ижад миҙгеленең тәүге премьераһы - Мостай Кәримдең "Айгөл иле" пьесаһы буйынса репетиция башланы. Ул халыҡ яҙыусыһының 100 йыллыҡ юбилейына бағышлана. Спектакль сентябрь айында сәхнәгә сығасаҡ, уның режиссеры Зиннур Сөләймәнов. Төп ролде кем уйнаясағы әлегә сер итеп һаҡлана.
27-се ижад миҙгелен "Нур"ҙар Илгиз Зәйниевтың "Хыял йорто" музыкаль комедияһы менән япты.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: мәҙәниәт министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға